Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сираттағы семинар-йыйылышы булып үтте

19 сентябрь Яңы мөсәт ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сираттағы семинар-йыйылышы булып үтте. Йыйылышты башлап Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева үтеп барған йылға дөйөм эштәр буйынса йомғаҡтар яһап үтте. Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы Нәҙершина “Йылытыу сезонына әҙерлек” темаһына телмәр тотто. Шулай уҡ, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мөһим үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Йыйылышты дауам итеп, район мәҙәниәт һарайының әйҙәүсе белгесе Гөлсинә Ураз ҡыҙы Сәғитова “Агитбригадалар һәм агитация – художество тетарҙары хәрәкәте” темаһына лекция менән сығыш яһап, видеопрезентациялар күрһәтте. Йыйылыштың һорау-яуап өлөшөнән һуң, әүҙем эшләп килгән ауыл мәҙәниәт йорттарының клуб эштәре буйынса белгестәре Гөлнара Иштуған ҡыҙы Көҫәпова (Ырғыҙлы ауылы) һәм Дилара Абдулхай ҡыҙы Баймөхәмәтова (Әтек ауылы) уңышлы эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Иң аҙаҡтан, мәҙәниәт өлкәһендә тырышып, ең һыҙғанып эшләүселәр Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары һәм матур сәй сервиздары менән бүләкләнделәр. Был хаттарға Байназар ауыл мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы – Ә.З.Хәсәнов, Әтек ауылы мәҙәниәт йортоноң клуб эштәре буйынса белгесе Д.А.Баймөхәмәтова, Яңы Собханғол мәҙәниәт йорто культорганизаторы Ә.Ғ.Манапова, Исламбай ауылы мәҙәниәт йортоноң клуб эштәре буйынса белгесе В.Я.Ғәлиуллина, Яңы Монасип мәҙәниәт йорто культорганизаторы В.Ғ.Ҡыуандыҡова лайыҡ булдылар.
Беҙҙең райондың ижади коллективтары район, төбәк, республика кимәлендә үткән фестиваль, конкурс, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, лайыҡлы урындар алып киләләр. Йылдан-йыл ижади өлгөләрҙең киңәйә һәм ҡыҙыҡлыраҡ була барыуы ҡыуаныслы. Ошо коллективтарҙы етәкләүсе, ауылдарҙа төрлө саралар үткәреп, халыҡтың күңелен күреүсе, йәшәйешен йәмләндереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ижадтары, һөнәрҙәренә тоғро булғандары, арымай-талмай эшләүҙәре, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдереп, яңынан-яңы уңыштар, һөнәри үҫеш, ижади үрҙәр, бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош теләйбеҙ!