Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Районда “Театр төнө” акцияһы гөрләп үтте

Бер нисә йыл дауамында үткәрелеп килгән “Театр төнө” республика акцияһы быйыл саф һауала үтеүе менән үҙенсәлекле булды Иҫке Собханғол ауылында. Көн һалҡынса, ямғырлы булыуға ҡарамай театрға битараф булмаусылар сәхнә алдына ыңғайланы. Уларҙы ихлас күңел менән йәнһүрәт геройҙары ҡаршы алдылар. Район мәҙәниәт һарайы артистары тамашасыларға Б.Бикбайҙың “Ҡоҙаса”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Н.Ғәйетбайҙың “Әстәғәфирулла” комедияларынан өҙөктәр, матур йырҙар тәҡдим иттеләр. Тамашасылар театр тураһында викторинала, уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр отто. Ошо акция сиктәрендә һәр ауыл мәҙәниәт йортонда бай йөкмәтле тамашалар үтте. Театрға бағышланған викториналар, театрлаштырылған күренештәр, спектакльдарҙан өҙөктәр тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. э