Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Яңы Мөсәт мәҙәниәт йортонда сәскәләр һәм буҙа байрамы үтте

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ һәм халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе буҙаһыҙ үтмәй. Килгән ҡунаҡҡа ҙур хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә ул. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ.
Беҙҙең Яңы Мөсәт ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп.
Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәне .Ошо матурлыҡ яратыусы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙенең сәскәләре тураһында һөйләне. Әлбиттә байрам йыр-моңһоҙ үтмәй. Беҙҙең байрамыбыҙҙы “Айгүзәл” бейеү ансамбле ҡыҙҙары матур бейеүҙәре менән биҙәне.
Шулай уҡ байрамдың икенсе өлөшөндә буҙаның туҡлыҡлы ла, файҙалы ла был эсемлегебеҙ тураһында барҙы. Һәр кем үҙенең буҙа ҡойоу серҙәре менән бүлеште һәм буҙа менән һыйланы.
Йәгеҙ әле, бергәләшеп
Ҡояйыҡ әле буҙа.
Буҙа эшләп, тәмләп эсһәң,
Ғүмерҙәр матур уҙа.
Байрамда ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды.
Байрам күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.
Артабан да күңелдәрегеҙ матурлыҡҡа ынтылһын, иҫән-һау , йомортлыҡта, муллыҡта, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!