Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Даръя” спектакль йырҙарын

31 октябрь Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда “Даръя” спектакль йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы үтте! Театр—һәр замандың ҡөҙрәтле бер көсө, йөҙәрләгән, меңәрләгән кешеләрҙең зиһенен арбаусы, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеүсе сихри көскә эйә тип, әйтһәк, хаҡ булыр. Тәүге һулышынан алып ул милләтебеҙҙең мәҙәниәтен сағылдырыусы, телебеҙҙе һаҡлаусы һәм үҫтереүсе, халҡыбыҙҙың йолаларын, рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тамашасыға еткереүсе мәҙәни усаҡ булып тора.
Ә спектакльдәрҙә башҡарылған йырҙар бер ҡасан да онотолмай, иҫкермәй. Был конкурс спектакль йырҙарын халыҡҡа тағы бер ҡабат ишеттереү, хәтер яңыртыу маҡсатында ойошторолдо. Конкурстың жюри ағзалары булып:
Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы Нәҙершина, район мәҙәниәт һарайы методистары Гүзәл Әхмәҙи ҡыҙы Фәйзуллина, Айбулат Зәкир улы Ишморатов, Дилә Вәзих ҡыҙы Сәғәҙиева тәғәйенләнделәр.
Һайлап алыу турында 3 ансамбль, 4 дуэт, 18 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Жюри ағзалары бер фекергә килеп – бер үк йыр башҡарыусыларҙы трио, дуэттар менән финалға сығарырға ҡарар иттеләр.
Конкурстың гала-концерты Яңы Собханғол ауылының “Йәш йөрәктәр” ансамбленең Әнғәм Атнабайҙың “Игеҙәктәр” спектакленән “Килегеҙ беҙҙең яҡҡа” йыры менән башланып китте. Рәмзиә Мырҙабаева (Яңы Собханғол), Резеда Мөхәмәтйәнова (Байназар), Зөмәрә Әхмәтйәнова (Ғәҙелгәрәй) башҡарған “Ғәлиә йыры”, шулай уҡ Муса Нурдәүләтов (Байназар), Ғәйзулла Баймөхәмәтов (Әтек), Миңлеғәле Аҫылбаев (Ҡотан) “Йәнбикә” йыры бар тамашасыны әсир итте. Заһир Дәүләтбирҙин (Иҫке Монасип) һәм Әнүзә Буранова (Иҫке Монасип) “Заһир һәм Ғәлиә” йырын , Гөлназ Ҡыуандыҡова (Иҫке Монасип) һәм Вәзир Әхмәтшин (Иҫке Монасип) “Яҙмыштан уҙмыштар” йырын бик үҙенсәлекле башҡарҙылар. Яңғыҙ башҡарыусылар Зифа Вәлиева (Әбделмәмбәт), Рая Вәлиева (Иҫке Монасип), Инсур Хәлитов (Иҫке Монасип), Ләйсән Баймурзина (Тимер), Гөлсинә Ҡарағолова (Байназар), Лилиә Шәрәфутдинова (Кейекбай), Гөлдәр Йомағолова (Яңы Собханғол), Миләүшә Ғәлиуллина (Исламбай), Данир Тләүбаев (Нәби), “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле сығыштарын халыҡ бик йылы ҡабул итте.
Конкурстың еңеүсеһе титулына Әтек ауылынан Ғәйзулла Баймөхәмәтов лайыҡ булды. Барлыҡ конкурсанттар ҙа дипломдар һәм иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды.
Спектакльдәрҙән йырҙар башҡарыусылар конкурсында тамашасы ла, халыҡ та бик ҡыуанып таралыштылар.