Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Самауырҙар шыжланы – байрам гөрләне!

22 ноябрь район үҙәгендә халыҡ-ара әсәйҙәр көнөнә арналған “Самауыр шыжлай-байрам гөрләй” исемле самауыр байрамы үтте. Байрамға район үҙәгендә йәшәүселәр генә түгел, Ҡолғана, Килдеғол, Ғәҙелгәрәй ауылдарынан да ҡатнашыусылар килгәйне. Байрам үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Сара самауыр тарихына байҡау яһау менән башланып китте. Артабан уңған хужабикәләр самауыр тураһында таҡмаҡ-шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып ҡына ҡалманы, аш-һыуға маһирлыҡтарын да күрһәттеләр. Самауырҙар янында өҫтәлдәр һығылып торҙо. Барлыҡ номинациялар буйынса иң оҫтаһы тип “Килдеғол килендәре”  (ет.Сажиҙә Билалова) табылды һәм улар бүләккә самауыр алып ҡыуандылар.

Шыжланы самауырҙар – гөрләне байрам. Шыжлап ултырған самауырҙар һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындарҙы бәйләп торһон!