Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Айыҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа”

Айыҡ тормошто пропагандалау маҡсатында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған “Айыҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа” район интернет марафоны күптәр тарафынан хуплау тапты. Яңы йыл табынында айыҡ байрамдар ойоштороп, интернет селтәрҙәренә ошо матур ғаилә байрамынан фото материал тәҡдим иттеләр һәм конкурстың еңеүселәре 22 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә һынау тоттолар. Сараны асып Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ришат Булат улы Шәрипов: “Хәҙер күп ғаиләләр ҡунаҡтарҙы эскеһеҙ үткәреүҙәре ҡыуандыра. Халҡыбыҙ киләсәгенең яҡты һәм матур булыуына өмөт уята. Бөрйәндә генә түгел, ғәм еребеҙҙә лә ошондай маҡсатлы, аҡыллы ғаиләләребеҙ күберәк булһын ине.” – тип изге теләктәрен еткерҙе. Артабан ғаиләләр бер-бер артлы үҙҙәре менән таныштырып, йырлы-моңло сәләмдәрен еткерҙеләр. Конкурс аҙағында жюри ағзалары ныҡлы ҡарарға килеп, һәр ғаиләгә айырым номинацияларҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып ҡыуандырҙылар. Сара район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән музыкаль номерҙар менән биҙәлеп барҙы.