Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Мөғжизәле Яңы йыл

Быйыл бөрйәндәр өсөн Яңы йыл үҙенсәлекле – саф һауала үтеүе менән иҫтә ҡалды. 30 декабрь көнө Үҙәк сәхнәлә иң беренсе балалар өсөн театрлаштырылған тамаша ҡуйылды. Балалар йәнһүрәт геройҙары менән бергә уйнап-бейеп, шау-гөр килеп әкиәт иленә сәйәхәт ҡылдылар. Артабан байрам Район мәҙәниәт һарайы алдына күсте. Бында инде боҙ ҡаласығын асыу тантанаһынан һуң, Иҫке Собханғол ауылының ойошма һәм учреждениеларынан килгән Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар сәмле ярышҡа баҫтылар. Иң беренсе һәр ҡатнашыусылар үҙенсәлекле генә сығыш яһап үҙҙәре менән таныштырып үткәс, Ҡыш бабайҙар “тылсымлы” саналарына Ҡарһылыуҙарҙы ултыртып старт һыҙығына баҫтылар. Елдәй елеп, шыршы тирәләй әйләнгән саналар артынан күҙ ҙә эйәреп өлгөрмәне, Ҡыш бабайҙар бер-бер артлы финиш һыҙығына баҫтылар. 3-сө конкурс – иң матур фейерверк – һәр ойошма тирә-йүнде йәмләп фейерверктар аттырҙы.

Ниһәйәт, Яңы йылдың төп байрамы – Балмаскарадҡа ла ваҡыт етте. Бөрйәндәрҙе ҡотлап Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов, Ҡоролтай Дәүләт Йыйылышы депутаты Айнур Илгиз улы Бейембәтов иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейеп алғас, костюмдар парады үтте. Байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу атта елеп килеп еттеләр. Тамаша йыр-бейеүгә, төрлө уйындарға үрелеп барҙы.