Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйәндә ат ярышы!

Һәр төбәк үҙенең абруйлы ҡыҙ һәм улдары, халыҡ тыуҙырған үҙ төбәгенең үҙенсәлекле байрамдары, йолалары менән билдәле. Башҡортостаныбыҙҙа, тик Бөрйәнгә генә хас саналы аттарҙа ярышыу байрамы үткәрелеүгә 51 йыл. Йәйге матур миҙгелдә Һабантуй байрамының иң күңелле күренеше – ат сабышы булһа, ә ҡышҡы  буранлы көндәрҙә Ҡышҡы байрамда- саналы ат ярышы. Башҡорт батырҙарының айырылмаҫ юлдашы ла ат булған. Башҡорт атлы кавалерияһы ғына ни тора! Ҡышҡы  саналы аттарҙа ярышыу, тәүге тапҡыр бынан 51 йыл элек 1969 йылда,  Бөрйән совхозы  директоры Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың  тәҡдиме менән ойошторола. Шул осорҙан башлап йыл да районда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә- саналарҙа егелгән аттар ярышы –  байрамдың төп  биҙәге. Махсус һалынған маршрут буйлап матур  саналар егелгән  аттар елеп уҙыуы – ат һөйөүселәр өсөн үҙе бер ҡыуаныс. Быйылғы йылда ат ярыш 51- се тапҡыр үткәрелә. Был ярыштарҙа йыл да әуҙем ҡатнашалар Әтектән Баймөхәмәтовтар, Сәлиховтар династияһы, Яумбайҙан Шәрипов Ғәҙел, Уразгулов Рысйән Урал хужалығы, Тимер ауылынан Баймырҙин Әғләм, Яубасаров Вәсил, Иҫке Мөсәт ауылынан Күлберҙин Булат, Колһарин, Галин фермер хужалығы. Шулай уҡ йылда күрше райондарҙан Баймаҡ, Сибай, Белорет, Әлшәй райондарынан килеп ярышта ҡатнашылар. Шулай уҡ байрамда Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина етәкләгән “Кәрәҙ” халыҡ биҙәү сәнғәте клубында  йөрөгән апайҙар һәм районыбыҙҙың ағинәйҙәренең, оҫталарҙың   ҡул эштәренән эшләгән күргәҙмә ойошторолдо. Байрам биҙәлгән аттар парадынан башланып китте.

Фотолар “Таң” гәзите төркөмөнән алынды