Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Онотмаһын беҙҙе лә тыуған ил!”

23 февраль, Иҫке Собханғол мәктәбе майҙанында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митинг үтте. Тантаналы митинг асыҡ тип иғлан ителгәс, беҙҙең яҡты тормош, аяҙ күк өсөн үҙ йәндәрен, тәндәрен фиҙа ҡылып яу ҡырынан тыуған иленә кире әйләнеп ҡайта алмаған ҡаһарман яу ҡорбандары хөрмәтенә, яугирҙәр иҫтәлегенә, тыуған ил именлеге, тыныслығы өсөн сәскәләр һалынды. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғ.М.Манапов, Р.Ф.Салауатова телмәрҙәренән һуң, Ватанды һаҡлап бөтә яуҙарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, баштарын һалған райондаштарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.