Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Тыуған илем – БАШҠОРТ иле! Туған телем – БАШҠОРТ теле!”

12 февралдә Район мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһында “Хәтер һәм дан йылы”, Башҡортостан Республикаһында “Зауыҡлы биләмәләр йылы”, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән “Башҡорт теле” йылын асыу тантанаһы үтте. Тантаналы концертты асып Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов быйылғы йылға пландары менән уртаҡлашып, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан, сәхнә оҫталары бер-бер артлы халыҡҡа матур, сағыу концерт номерҙарын тәҡдим иттеләр. Кескәй генә балаларҙан алып, ағинәйҙәргә тиклем сәхнә биҙәге булып сығыш яһанылар. 3 блоктан торған концерт бер тынала үтеп китте. Сценарийҙы төҙөүҙә Бөрйәнебеҙ шағирәһе Таңһылыу Баһауетдинованың ярҙамы ҙур булды.

Тыуған төйәгебеҙ – Бөрйәнебеҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланды. Йырланды – йыр, асылды – йыл. Быйылғы йылдың ошо тантана кеүек матур, моңло, рухлы, изге эштәргә бай булыуына һис шик юҡ.