Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Дан һәм хөрмәт һеҙгә!

2020 йыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы “Дан һәм Хөрмәт” йылы тип иғлан ителде. Илебеҙҙең азатлығын тәьмин иткән ветерандарҙы хәстәрләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Бөгөн районыбыҙ ветерандары Абдулла Ноғоман улы Ваһаповҡа һәм Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы Изгинаға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңниәхмәт улы ҙур рәхмәттәр еткереп, ҡотлап миҙалдар тапшырғас, ветерандар хөрмәтенә тантаналы парад үтте. Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
(Фотолар “Таң” гәзите төркөмөнән алынды)