Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Әлләсе”

Район мәҙәниәт һарайында һәр шаршамбы ойошма хеҙмәткәрҙәре араһында “Әлләсе” өҫтәл уйыны үткәреләсәк. Был уйынды 4 март көнө Иҫке Собханғол мәктәбенең уҡытыусылар командаһы һәм район мәҙәниәт һарайы командаһы башлап ебәрҙеләр. Уйындың шарты – 1 минут эсендә командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, һүҙҙәрҙе аңлатҡанда төрлө һынауҙар ҙа үтергә тура килде. Уйын бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Ҡатнашыусылар был уйындан яҡшы, күңелле кәйефтә таралыштылар.