Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Матурлыҡ тыуҙырыусы матурҙар”

25 март, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, район мәҙәниәт һарайында “Матурлыҡ тыуҙырыусы матурҙар” исемле ҡул эштәре күргәҙмәһе үтте. Фойела күҙ яуын алырлыҡ селтәр-ҡашмауҙар, алҡалар, бисерҙән эшләнгән муйынсаҡ-беләҙектәр ҡуйылғайны. Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева ошо матурлыҡты тыуҙырыусы оҫтабикәләргә – Сәүиә Аминева, Таңһылыу Балдыбаева, Таңһылыу Ғимрановаға мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сараның төп маҡсаты – ҡул эштәренең күркәмлеген ошо күргәҙмәлә күрһәтеү, хеҙмәткә һәм боронғо кис ултырыуҙарҙа эшләнгән ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Буш ваҡыттарында әллә күпме файҙалы эш башҡарып, зауыҡлы әйберҙәр менән үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла ҡыуандырып йәшәгән оҫтабикәләребеҙгә артабан да уңыштар, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ!