Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Бөйөк Еңеүгә 75 йыл!”

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңниәхмәт улы Манапов: “Үкенескә күрә, быйылғы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын беҙ килеп тыуған хәлгә бәйле, үҙизоляция тәртибен һәм хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып үткәрергә мәжбүрбеҙ. Алла бирһә, Еңеүҙең 75 йыллығына алдан планлаштырылған сараларҙы илдә эпидемиологик хәл яҡшырғас үткәрербеҙ, тип ышанам.
Барығыҙҙы ла оло байрам – Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ил-йорт именлеге һәм бәхет-шатлыҡтар теләйем!
Данлы Еңеүгә алып килгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм барлыҡ ветерандарыбыҙға мәңгелек дан!
Байрам менән! Еңеү көнө менән, ҡәҙерле райондаштар!”