Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

ҺАУА ДЕСАНТ ҒӘСКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

2 АВГУСТ – ҺАУА ДЕСАНТ ҒӘСКӘРҘӘРЕ КӨНӨ
Уларҙы “ҡанатлы пехота”, “зәңгәр береттар” һәм башҡа исемдәр менән йөрөтәләр. Уларҙың ролен Ҡораллы көстәрҙә әйтеп бөткөһөҙ. Илдә, сик буйында, хатта сит илдәрҙә килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙа улар ҡатнаша, беренселәрҙән булып дошманға улар ташлана, шуға ла был төр ғәскәрҙәргә физик һәм мораль яҡтан көслө булған, һайлау үткән, ышаныслы егеттәр генә алына.
2 август район мәҙәниәт һарайы алдында үткән митингта ла улар үҙҙәренең берҙәмлектәре, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булыуҙары менән айырылып торҙолар. Митингта Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миниәхмәт улы Манапов, Ришат Булат улы Шәрипов, Илгиз Фәйзрахман улы Мәрәсов, Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова, Флүзә Рәис ҡыҙы Ҡаһарманова һәм Рәмил Оморҙаҡ улы Күлбаев ҡатнашты.
Зәңгәр береттар өсөн быйылғы байрам юбилей датаһы менән әһәмиәтле – һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 90 йыл! Ошо уңайҙан 50 ир-егеткә юбилей миҙалдары тапшырылды. Стелаға сәскәләр һалып, яу ҡырҙарында ятып ҡалған хеҙмәттәштәрен, яҡын дуҫтарын бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән байрам концертын ҡарап, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит “шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылып күп бала үҫтергән бер төркөм хеҙмәттәштәренә мәктәп сумкаһы тапшырғандан һуң, үҙҙәренең физик яҡтан әҙерлектәрен тикшереп, күңелле ял итте десантсылар!
Һауа десант ғәскәрҙәре үҙҙәренең байрамын байрам салюты менән тамамланы.