Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Милли кейем көнөнә арналған байрамға саҡырабыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар!
11 сентябрҙә район мәҙәниәт һарайы алдында Милли кейем көнөнә арналған мәҙәни саралар үтәсәк:
Милли биҙәүестәр күргәҙмәһе;
Милли кейемдә дефиле;
Түшелдерек эшләү буйынса Мастер-класс;
Фотоға төш һәм бүләккә алҡа от! Ҡатнашыу өсөн байрамға килеп, милли кейемдәге ҡыҙҙар менән фотоға төшөп, #МойНациональныйКостюм_Бурзян#МиллиКейемБөрйән хештэгтары менән билдәләп социаль селтәргә һалырға һәм мотлаҡ! ошо яҙманы үҙ диуарыңа күсереп алырға кәрәк. Еңеүсе махсус ҡушымта аша киске сәғәт 6-ла билдәләнәсәк!

Барығыҙҙы ла матур байрамда ҡатнашырға саҡырабыҙ! Башлана 11:00 сәғәттә! Байрамға милли биҙәктә, йәки милли кейемдә килергә!
Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын онотмайыҡ. Байрамға ҡушылығыҙ!