Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Милли кейем- милли төҫ

11 сентябрҙә район мәҙәниәт һарайы алдында Милли кейем көнөнә арналған күргәҙмә үтте. Үҙҙәренең ҡул эштәрен халыҡ иғтибарына Таңһылыу Ғимранова, Таңһылыу Балдыбаева, Сәүиә Әминева, Хәлиҙә Ғәҙелшина, “Айсан” дизайн студияһы  сығарҙылар. Байрамға килеүселәрҙе “Самрау” бейеү ансамбле сәләмләне. Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын онотмайыҡ.