Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйән һылыуҙары “Һылыуҡай”ҙа!

4 октябрь Белорет ҡалаһында Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары «Һылыуҡай 2020” зона һайлап алыу бәйгеһе булып үтте. Беҙҙен район данын Иҫке Собханғол ауылынан 11 класс уҡыусыһы Венера Хәбибуллина, 1-се һанлы Рәми Ғәрипов гимназияһынан 11 класс уҡыусыһы Ҡәҙриә Ҡолбирҙина, Башҡорт дәүләт медицина университетынын 6 курс студенты Наҙлыгөл Ҡолдәүләтова, Яңы Монасип ауылы һылыуы Рәфилә Сәғитова һәм Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты Брәтәк ауылы һылыуы Эльвина Семенова күтәрҙе. Һылыуҙарыбыҙ башҡорт телендә үҙҙәрен иң оҫта таныштырыуҙары, иркен саф башҡортса һөйләшеүҙәре менән айырылып торҙолар. Бейеһәләр инде теттереп бейеүҙәре, йыр-моңға маһирлыҡтары менән һынатманы бөрйән ҡыҙҙары. Бәйге булғас, әлбиттә еңелеүселәр һәм еңеүселәрҙә була: дәртләндереү призына Венера Хәбибуллина һәм Ҡәҙриә Ҡолдәүләтова, Наҙлыгөл Ҡолдәүләтова-3-сө, Рәфилә Сәғитова-2-се, Эльвина Семенова-1-се урындарҙы яуланылар. Һылыуҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм бәйгенең дипломдары тапшырылды. Эльвина Өфөлә үтәсәк Республика һайлап алыу турында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды! Ҡотлайбыҙ һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Бөрйәнем һылыуҙарына киләсәктәлә рухлы, аҡыллы, уҡыуҙарында һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!