Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөтә донъя пневмонияға ҡаршы көрәш көнө

#УфаМКРБ #УфаРЦНТ #День_борьбы_с_пневмонией #Бурзян_культура
#Берегите_себя
Бөгөн бөтә донъя пневмонияға ҡаршы көрәш көнө. Был көн Глобаль коалиция тарафынан балаларҙы пневмония сиренән һаҡлау маҡсатында 2009 йылда иғлан ителә.
Донъяла йыл һайын 5 йәше лә тулмаған балаларҙың үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыуының 100 миллион осрағы теркәлә. Пневмония – ул йоғошло сир. Үпкә туҡымыларына инфекция инә һәм таралып китә.
Төп билдәләре: температура күтәрелеү, сөскөрөү, тын ҡыҫылыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр (осложнение): киҫкен тын алыу етешмәүсәнлеге, инфекцион токсик шок, сепсис, үпкә туҡымаһы деструкцияһы һ.б.
Әйткәндәй, был көндөң символы булып зәңгәр джинсылар һанала. Сөнки, зәңгәр төҫ – таҙа һауа, өмөт төҫө.
Ҡәҙерле дуҫтар! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Имен-аман булайыҡ!