Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Ғилман Сәфәрғәлин исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың район бәйгеһе

ИҒТИБАР! КОНКУРС! ИҒТИБАР! КОНКУРС!
Мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт һарайы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғилман Сәфәрғәлин исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының район бәйгеһен ойоштора. Бәйге онлайн форматта үтә.
Бәйгенең маҡсаты һәм бурыстары:
– башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы асыҡлау;
– яңы таланттарҙы асыу һәм үҫтереү;
– халыҡ йырҙарын пропагандалау;
– йәш быуынға халыҡ ижадын танытыу.

Бәйгенең шарттары һәм үткәреү тәртибе:
1) “БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмөнә дуҫтарға өҫтәлҽргә;
2) үҙҽгҽҙҙҽң иң сифатлы видеояҙмағыҙҙы ошо төркөмгә ебәрергә;
3) үҙегеҙ турала ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙырға (Ф.И.О., йәш, ауыл, башҡарыласаҡ әҫәр);
4) Видеояҙмалар 10-22 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Баһалама ағзалары 24 ноябрь көнө видеояҙмаларҙы ҡарап, иң яҡшылары тип танылғандарынан еңеүселәрҙе билдәләйәсәҡ. Шулай уҡ иң күп лайк йыйыусы  “Халыҡ һөйөүе” номинацияһында билдәләнә. Конкурсанттарҙың сығыштары район мәҙәниәт һарайының интернет селтәрендәге төркөмөнөң битендә урын аласаҡ.
Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленә:
7-16 –кә йәшкә тиклем һәм
16 йәштән өлкәндәр.
Еңеүселәр ике төркөмдә айырым билдәләнәсәк (Гран при, 1, 2, 3 урындар һәм номинациялар ҡаралған).
Республика кимәлендә уҙғарылған оҙон көй һәм йыр конкурсы лауреаттары ҡатнашмай. Улар жюри составында буласаҡ.
Бәйгелә Бөрйән районында йәшәгән йырсылар ғына ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Бәйге ике номинацияла була – оҙон көй, ҡыҫҡа көй.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-52-45 (Фәйзуллина Гүзәл Әхмәҙей ҡыҙы).

Ваҡыт самалы, ҡатнашығыҙ!!! Ситтә ҡалмағыҙ!!!!
Конкурсҡа йомғаҡтар 24 ноябрь көнө махсус баһалама ағзалары тарафынан яһаласаҡ. Еңеүселәргә Район мәҙәниәт һарайының дипломдары һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.