Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Сәнғәт беҙҙе берләштерә!”

3 ноябрь көнө Рәсәйҙә һигеҙенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй «Сәнғәт төнө» акцияһы #Сәнғәт беҙҙе берләштерә девизы аҫтында үтте. Мәҙәниәт усаҡтары төрлө мәҙәни сараларҙы интернет селтәрендә тамашасыларға тәҡдим иттеләр.

Район мәҙәниәт һарайының “Бәйләнеш”тә сайты төркөмөндә “Ҡул һәм күңелем ижады”исемле күргәҙмә, “Берҙәмлектә сәнғәт сәскә ата” концерты,  “Сиртәм гитара ҡылдарын” тип исемләнгән кисә һәм викторина ҡуйылды.
Бөрйән районында биш йыл инде «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубы эшләп килә. Уны хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдыңғыһы, ҡул эше оҫтаһы, Рәшиҙә Ғизәтуллина алып бара. Ул һәр бер ауылда булып, клуб ағзаларын туплай. Эште тәүҙә иң ябайҙан – ҡорамаларҙы ҡатырғаға ултыртыуҙан башлаһалар, хәҙер инде бик ҡатмарлыларын эшләүе лә бер ни түгел. «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубы Иҫке Собханғолда урынлашһа ла, Рәшиҙә Ғиззәтуллина райондың бөтә ауылдарына ла оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә сыға. Хәҙер күптәр үҙҙәре матур-матур ҡорама әйберҙәр яһай, күргәҙмәләргә ҡуя. Рәшиҙә Ғизәтуллина – өҫтәүенә шәп википедист та! Бөрйән районы ауылдарында булғанда иҫтәлекле урындарҙы фотоға төшөрөп, Викимилеккә һалып мәңгеләштерә! Ул районыбыҙҙың йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, ағинәйҙәр ойошмаһының эшен йәнләндереп, төрлө фәһемле саралар уның тарафынан ойошторолоп тора. Уның тыңғыһыҙ эшен бик күп маҡтау ҡағыҙҙары баһалай: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының рәхмәт хаты (А.И. Бейембетов), Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең маҡтау ҡағыҙы (Г.Г. Ҡолһарина), Бөрйән район мәҙәниәт бүлегенең маҡтау һәм рәхмәт хаттары (К.М. Тләүбаева).
Рәшиҙә Хәй ҡыҙының алдағы тормошонда матур ижади уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләп ҡалабыҙ!

“Берҙәмлектә сәнғәт сәскә ата!” исемле концертта район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ансамблдәре һәм һәүәҫкәр артистар тамашасыларға матур йырҙар, дәртле бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Концерт интернет киңлектәрендә тамашасыларҙан тик ыңғай баһалама ғына йыйҙы.

“Сиртәм гитара ҡылдарын” тип исемләнгән кисәлә йәш, дәртле, төрлө көйҙәр һәм йырҙар ижад итеүсе “Ҡош юлы” Республика бард фестивале лауреаты Бөрйән егете Ильяс Айытбаев һәм уның видео яҙмалары менән таныштыҡ. Ильяс Альберт улы Иҫке Собханғол ауылы егете, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында сәнғәт институтында ситтән тороп уҡый һәм Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһыңда эшләп йөрөй. Киләсәктә яҡташыбыҙға ижади үрҙәр һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!