Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйән районында 21 егет әрмегә оҙатылды

Бөгөн районыбыҙҙан 21 егет әрме сафтарына юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы Район хакимиәте бинаһы алдында 7:30 сәғәттә башланып китте. Һалдаттарҙы оло юлға оҙатып Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ.М.Манапов, Бөрйән районы Хәрби комиссариаты хәрби саҡырылыш бүлеге начальнигы Ф.Р.Ҡаһарманова, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов, Бөрйән районы хәрби диңгеҙ флоты һәм утлы нөктәләрҙә ил алдындағы бурысын үтәүсе ир-егеттәрҙең ойошмалары ағзаһы О.М.Ғәлиев изге теләктәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ буласаҡ һалдаттарға район хакимиәте исеменән әҙерләнгән бүләктәр таратылды. Йола үтәргә лә онотманылар – егеттәр икмәк тешләп, һынығын әсәләренә тапшырҙылар.
Ашар ризыҡтары тыуған яҡҡа тартып торһон, имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр! Аҡ юлдар һеҙгә!