Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Мәңге йәшә, Башҡорт теле!” конкурсы иғлан ителде

14 декабрь – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ. Был дата башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 2019 йылдан билдәләнә. Ошо уңайҙан “БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмө “МӘҢГЕ ЙӘШӘ, БАШҠОРТ ТЕЛЕ!” исемле конкурс иғлан итә.
Конкурстың шарттары:
– Билдәле башҡорт шағирҙарының башҡорт теле тураһында шиғырҙарын һөйләп видео төшөрөргә (8 йәштән өлкәндәр өсөн),
– Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп видео төшөрөргә (8 йәшкә тиклем).
– Видеолар 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Видеояҙмаларҙы ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән “БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмөнә ебәрергә.
Йомғаҡлау 14 декабрь көнө буласаҡ. Еңеүселәрҙе матур бүләктәр һәм Район мәҙәниәт һарайының дипломдары көтә!
#Мәңге_йәшә_башҡорт_теле
#УфаМКРБ
#БурзянКультура