Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Рәсәй хоккейсылары көнө үтте

2 декабрь – Рәсәй хоккейсылар көнө билдәләнә! Ошо уңайҙан Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре “Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексының боҙ майҙансығында “Ҡурҡак хоккей уйнамай!” тип исемләнгән ике команда араһында ярыш ойошторҙо! Район мәҙәниәт һарайының “Йәйғор” вокал ансамбленен күңелле, дәртле йырынан һуң, ярышҡа сәм алып алышҡа баҫты хоккейсылар! “Бөрйән айыуҙары” һәм “Бөрйән тигрҙары” бик сәмле ярышты. Һөҙөмтәлә ярыш 4:3 иҫәбе менән “Бөрйән айыуҙары” иҫәбенә еңеү менән тамамланды! Шулай уҡ, төрлө номинациялар ҙа билдәләнде: “Иң яҡшы ҡапҡасы” – Урал Ҡаһарманов, “Иң яҡшы һаҡсы” – Ғәзинур Манапов, “Иң яҡшы һөжүмсе” – Виталий Быков, “Иң йәш хоккейсы” булып Арслан Хоҙайназаров билдәләнде! Ярышта ҡатнашыусы егеттәргә һәм ярышты ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән “Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексының директоры Азат Әхәт улы Ишкилдинға, тренер Әсҡәт Әхәт улы Йәмғурсинға оло рәхмәтебеҙҙе еткеребеҙ. Йәш хоккейсыларға уңыштар теләйбеҙ!