Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Иҫкесә Яңы йыл менән!

13 ғинуар район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре “Беҙ иҫкесә Яңы йыл ҡаршылайбыҙ” исемле ял кисәһе уҙғарҙы.

Иҫке стиль буйынса Яңы йыл байрамын билдәләү йолаһы Рәсәйҙә йылдарҙы иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәс, 1918 йылдан баш ала. Ул иҫке юлиан («иҫке стиль») менән яңы григориан календарҙары айырмаһы менән бәйле. Был айырма 13 көнгә тиң. Йыр-моңға, күңелле көйҙәргә һәм уйын-көлкөгә бай кисәнән тамашасылар дәрт, күңел күтәренкелеге, төрлө бүләктәр алып ҡыуанды. Яңы йыл һәммәбеҙгә лә сәләмәтлек, йортобоҙға именлек, ризыҡтарыбыҙға бәрәкәт, күңелдәрегебеҙгә илаһи саф тойғолар алып килһен!