Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Шәп егет – 2021

17 февраль, Иҫке Собханғол ауылының балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында үткән, “Шәп егет – 2021” конкурсының финал өлөшө булып үтте!

Бер сәхнәлә береһенән-береһе тапҡыр, сос, дәртле егеттәребеҙ үҙ-ара көс һынашты! Был бәйге бәләкәстәрҙең рухлы сығыштары, дәртле бейеүҙәре менән тамашасы күңеленә хуш килде!
Конкурста ҡатнашыусыларҙы жюри түбәндәге номинацияларҙа билдәләне:
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Аяз Ғәбиҙуллин – “Иң шәп егет”
Ҡайынтүш балалар баҡсаһынан – Батырхан Сөләймәнов – “Иң һәләтле батыр”;
Баҙал балалар баҡсаһынан – Айҙар Байғужин – “Тамашасы һөйөүе”
Баҙал балалар баҡсаһынан – Мансур Муллағолов – “Уғатар батыр”
Баҙал балалар баҡсаһынан – Аҫҡар Байғужин – “Иң сәмле батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Арслан Ғәлин – “Иң етеҙ батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Ризуан Ҡаһарманов – “Иң отҡор батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Нурлан Буранов – “Иң сос батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Рушан Исҡужин – “Иң зирәк батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Ибраһим Ғәлин – “Теүәкәл батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Альберт Алтынбаев – “Рухлы батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Нариман Зарипов – “Дарманлы батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Дамир Алтынбаев – “Иң ҡыйыу батыр”
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан – Хәмзә Кәримов – “Өмөт”

Егеттәрҙе конкурсҡа әҙерләгән ата-әсәйҙәргә һәм әлбиттә тәрбиәселәргә, музыка етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә уңыштар, һаулыҡ бәхет теләйбеҙ!