Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Әхмәт әйтеше“ район сәсәндәр конкурсы

18 март көнө Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә икенсе тапҡыр  Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында “Әхмәт әйтеше“ район сәсәндәр конкурсы уҙғарылды.

18 март көнө арҙаҡлы  яҡташыбыҙ,  филология фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөрйән районының Почетлы гражданы,  билдәле фольклорсы, тел белгесе, башҡорт халҡының бөйөк ир-азаматтарының береһе, күрә-күрә күсәм булып, һөйләй-һөйләй сәсән булған ысын тел оҫтаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә икенсе тапҡыр  Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында “Әхмәт әйтеше“ район сәсәндәр конкурсы уҙғарылды.

Сараның мәртәбәһен арттырып, конкурсанттарға рух һәм дәрт өҫтәп, сәсәндәр бәйгеһендә Әхмәт Сөләймәновтың улы Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов та ҡатнашты.

 

Сараны асып район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, район мәҙәниәт бүлеге начальниғы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең  фольклор белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина бәйге тотоусыларға уңыштар теләне.

Конкурста райондың төрлө ауылдарынан 38 сәсән ҡатнашып, һәр сығыш яһаусы тәүҙә эпос менән ҡобайыр һөйләһә, аҙаҡ улар «Әхмәт әйтешендә”  һүҙ тапҡырлығында  ярышты.

Көн оҙоно дауам иткән конкурста еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:

  • Эпос һөйләүселәр араһында

3-сө урын Әхмәтйәнова Флүзә, Исламбай ауылы;

3-сө урын Билалова Дилфүзә, Килдеғол ауылы;

2-се урын Туҡбаева Ғәбиҙә, Кейекбай ауылы;

2-се урын Шәйхисламова Рәйфә, Ҡолғана ауылы;

1-се урын Хәйбуллина Маһира, Исламбай ауылы.

  • Ҡобайыр һөйләүселәр араһында

3-сө урын Айытбаева Зөлфирә, Аҫҡар ауылы;

3-сө урын Алтынбаев Сәғит, Байназар ауылы;

2-се урын Хәйбуллина Зилә, Яуымбай ауылы;

2-се урын Әхмәтова Алһыу, Яңы Собханғол ауылы;

1-се урын Баймырҙина Миңзәлә, Яңы Собханғол ауылы.

Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа баһаландылар:

  • «Бөрйән ерлегендә тыуған эпосты башҡарыусылар» – Ҡыуандыҡов Рәис һәм Баймырҙина Гүзәл, Яңы Монасип ауылы;
  • «Үҙенсәлекле башҡарыусы» – Күҫәпова Филиә, Иҫке Мөсәт ауылы;
  • «Өмөт» – Исхакова Резеда, Килдеғол ауылы, Билалова Нәзифә, Ғәҙелгәрәй ауылы;
  •  «Төбәк үҙенсәлеге» – Күҫәпова Гөлнара, Ырғыҙлы ауылы, Гөлдәр Хәйруллина, Кейекбай ауылы;
  •  «Оҫта башҡарыусы» – Ғәлиуллина Вәлимә, Исламбай ауылы;
  • «Моңло сәсән» – Рәмзилә Уразаева, Иҫке Мөсәт ауылы,  Шәмиғолова Гөлүзә, Әбделмәмбәт ауылы.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәренә лайыҡ булдылар:

  • Исмәғилева Илүзә, Ҡурғашлы ауылы
  • Ғәлиуллина Вәлимә, Исламбай ауылы
  • Шагалина Фатима, Мәһәҙеә ауылы
  • Юлбирҙина Илүзә, Яңы Мөсәт ауылы
  • Исҡужина Нәзилә, Килдеғол ауылы
  • Яңы Усман мәҙәниәт йорто коллективы.

 

Конкурстың төп бәйгеһе «Әхмәт әйтешендә» урындар түбәндәгесә билдәләнде:

3-сө урын Сәғитова Әлфиә, Ғәҙелгәрәй ауылы;

3-сө урын Мәжитова Земфира, Яңы Усман ауылы;

2-се урын Сәғитова Нәсимә, Яңы Монасип ауылы;

2-се урын Әминева Ғәлимә, Ғәлиәкбәр ауылы;

1-се урын Баймырҙина Рәүилә, Тимер ауылы.

 

Конкурсының төп бүләге – Гран-при Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәзитовҡа тапшырылды. Уға Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов үҙенең кртинаһын бүләк итте.

 

“Әхмәт әйтеше“ район сәсәндәр конкурсы бик күп яңы таланттар асты. Башҡорт теленең бай һәм үҙенсәлекле икәнен конкурста ҡатнашыусыларыбыҙ тағы берҙе иҫбатланылар. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүҙә һәм киләсәк быуынға тапшырыуҙа сәсәндәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ.