Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

ЯҘ ГҮЗӘЛЕ – 2021

23 март Район мәҙәниәт һарайы береһенән – береһе гүзәл, тапҡыр 11 һылыуҙы бер сәхнәгә йыйҙы.

Улар “Яҙ гүзәле – 2021” район конкурсында һынау тотто. Һылыуҙар һәр яҡтан үҙҙәрен күрһәттеләр- кемдер өҙҙөрөп бейене, икенселәр моңло итеп йырланы, нәфис һүҙ оҫтаһы ла бар араларында! Һылыу ҡыҙҙар башта номинациялар буйынса билдәләнде:
“Тамашасы һөйөүе” номинацияһында – Виолетта Шайхутдинова;
“Һәләтле һылыуҡай” номинацияһында – Айгүзәл Сәйфетдинова;
“Нәзәкәтле һылыуҡай” – Нәйлә Бирҙекәева;
“Рухлы һылыуҡай” – Айһылыу Исхаҡова;
“Наҙлы һылыуҡай” – Алтынай Ишбаева;
“Мөләйем һылыуҡай” – Нәсимә Шәмсетдинова;
“Зауыҡлы һылыуҡай” – Алһыу Әхтәмова;
“Һөйкөмлө һылыуҡай” – Гөлмира Ғәрифуллина;
“Сая һылыуҡай” – Айсулпан Исхаҡова;
“Моңло һылыуҡай” – Венера Хәбибуллина.
Урындар түбәндәгесә:
3-сө урын – Алтынай Ишбаева (Әтек ауылы)
3-сө урын – Нәйлә Бирҙекәева (Яңы Мөсәт ауылы)
3-сө урын – Виолетта Шайхутдинова (Иҫке-Собханғол ауылы)
2-се урын – Алһыу Әхмәтова (Яңы – Собханғол ауылы)
2-се урын – Венера Хәбибуллина (Иҫке-Собханғол ауылы)
1-се урын – Айгүзәл Сәйфетдинова (Әбделмәмбәт ауылы)
Гран-при һәм Яҙ гүзәле – 2021 титулына лайыҡ булды Брәтәк ауылынан Нәргизә Ғәбитова!
Афарин, ҡыҙҙар! Киләсәктә лә матурлыҡҡа ынтылып, тирә-яҡтағыларға нәфислек бүләк итеп, гүзәллектең алиһәһе булып йәшәгеҙ!
R.s. Һылыуҙарыбыҙға матур ленталар эшләп биреүсе ДИЗАЙН СТУДИЯ АЙСАН (https://m.vk.com/aysanfoto?from=profile) һәм үҙенең спонсор ярҙамы күрһәткәне өсөн шәхси эшҡыуар Гүзәлиә Ҡасҡынбаеваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Эшегеҙ һәр саҡ уң булһын!