Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйәндәр Хәйбуллала

13 апрель көнө Район мәҙәниәт бүлеге начальниғы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева етәкселәгендә район мәҙәниәт һарайының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр ансамблдәрҙә шөғөлләнеүселәр Хәйбулла районында концерт менән булып ҡайтты.

Киң далалы, сал ҡылғанлы, дәртле күңелле Хәйбулла ере ихлас, яҡты йөҙ, йыр-моң, милли риҙыҡ, йылы аштары, көслө дәррәү алҡыштары менән ҡаршы алды!
Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы тамашасыларға үҙенең күңел түренән сыҡҡан Бөрйән сәләмдәрен еткергәс, сәхнәгә Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева күтәрелде, ул үҙ сиратында яҡташыбыҙ, Бөрйән егете, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп сигелгән аҡ таҫтамал һәм мәҙәниәт бүлеге начальниғы Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтоваға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Яҡташыбыҙ Рөстәм Динислам улы – был осрашыу йылдар үтеү менән һүнмәһен, тағы ла дуҫлыҡ ептәренең нығыныуын теләне һәм райондаштарына Хәйбулла халҡы исеменән рәхмәт хаты, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы! “Ҡыҙымды кейәүгә бирәм!” йәки “Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә!” исемле театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.
Концерт бер тыңда гөрләп үтте! Сәхнәнән ағылған һәр йырҙы, моңдо, бейеүҙәребеҙҙе ихлас алҡыштар менән оҙата барҙы Хәйбуллалар! Рәхмәт һеҙгә, һөйөклө тамашасыларыбыҙ һәм хеҙмәттәштәребеҙ йылы һәм дәррәү алҡыштарығыҙ, матур, көләс йөҙҙәрегеҙ, яҡты күңелдәрегеҙ өсөн! Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Хәйбулла районы концертын май айында район мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ!

Дуҫлыҡ күпере сәскә атһын, күк йөҙөбөҙ һәр саҡ аяҙ булыуын теләйбеҙ!