Милли кейем – милләт ҡото
Милли кейем көнө уңайынан 16 апрель көнө район мәҙәниәт һарайында “Милли кейем – милләт ҡото” исемле сара үтте.
Шул уңайҙан ғүмер буйы тегенсе һөнәренә тоғро ҡалып райондың ауыл мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән фольклор ансамблдәренә кейем тегеп биргән Үтәбаева Фәриҙә апайҙы саҡырҙыҡ. Сарала шулай уҡ “Мираҫ” фольклор ансамбле ағзалары ла ҡатнашты. Фәриҙә апай үлсәмдәрен нисек дөрөҫ алып күлдәк тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡатнашыусылар үҙҙәре ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуап та алдылар. Мираҫтыҡылар йырлап ҡына ҡалманылар, бейеп тә күңел астылар. Киләсәктә лә Фәриҙә апайҙың теккән күлдәктәрен сәхнә түрҙәрендә күрергә булһын.