Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Яңы Собханғолда – “Урындыҡ байрамы”!

Урындыҡ… Урындыҡ ул- өйҙөң йәме. Элекке башҡорт өйҙәренең һәр береһендә урындыҡ урын алған. Урындыҡ һүҙе үҙе ябай, әммә халҡыбыҙҙың бөтә тарихы –үткәне шунда сағыла. Шулай уҡ урындыҡ рухи тәрбиә урыны ла булған. Бала-сағаны үҙ-ара һәм оло быуын менән бәйләп, күпме йомаҡ ҡойолған, әкиәттәр тыңланған, иҫтәлектәр һөйләнгән, зат-ырыу барланған… Үткәнде киләсәк менән бәйләп, быуындар күсәгилешен тоташтырып торған күпер ул урындыҡ. Рух күпере ул беҙҙең ябай башҡорт урындығы.
Бөгөн, 22 апрель көнө, Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Ейәнбаева Гөлдәр Шәрифйән ҡыҙы һәм Манапова Әҡлимә Ғәриф ҡыҙы “Урындығым-серле донъя” исемле урындыҡ байрамына үҙҙәренең коллегаларын ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Байрамды Әҡлимә Ғәриф ҡыҙы асып ебәрҙе. Ул урындыҡ урыны буйынса аңлатып һөйләп үтте. Байрамда сараның йәме булған Яңы Собханғол мәктәбенең “Янһары” ҡумыҙсылар ансамбле (ет.Г.Ә. Йомоғолова), “Ағинәйҙәр” төркөмө (ет. Г.С. Йәмилева), Манаповтар ғаиләһе, М.С. Баймырҙина, “Йәш йөрәктәр” фольклор ансамбле (ет. Ә.Ғ.Манапова) ҡатнаштылар. Шулай уҡ Ш.Ә. Мәзитов, С.Ғ. Алтынбаев, Р.С. Баймырҙина, М. Баймырҙиналар үткәндәргә ҡайтып-үҙҙәренең урындыҡлы бала саҡтарын иҫкә төшөрөп һөйләп үттеләр. Сараның икенсе өлөшөндә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә булды. Мәҙәниәт бүлеге начальниғы К.М. Тләүбаева ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашып һәм ошо урындыҡ байрамын үткәреүҙә ярҙам иткән ауылдаштарға рәхмәт хатын тапшырып үтте. Киләсәктә лә халыҡтың рухи мираҫы булған йолаларҙы һаҡлап һәм уларҙы тергеҙеү, киләсәк быуынға тапшырыу ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы булып тора. Шундай матур сара ойошторған Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәренә алдағы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Башҡорт халҡының йолалары барҙа- башҡорт халҡы йәшәйәсәк!