Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Салауат рухы миндә!”

16 июнь халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулды.

Ошо айҡанлы Район мәҙәниәт һарайы алдында:
“Салауат рухы миндә” исемле Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һөйләүселәр конкурсы һәм
🎯Мәргән уҡсы🎯 уҡ атыу буйынса мастер класс үтте.
Уҡ атыу серҙәрен ентекләп Республика кимәлендә уҡ  атыу ярыштарында ҡатнашыусы Азамат ағай Ырыҫҡолов аңлатты. Сараға килеүсе һәр кемгә айырым һөйләп, үҙ миҫалында күрһәтеп, уҙ уҡ-яны менән атырға өйрәтте. Азамат ағайға ихласлығы өсөн ҙур рәхмәт, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тормошоғоҙҙа уңыштар теләйбеҙ!