Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Дискотөн” республика йәштәр акцияһы үтте

25 август район мәҙәниәт һарайы майҙаныңда Республика йәштәр акцияһы сиктәрендә, 💥”ДИСКО ТӨН”🔥 үткәрелде. Берҙәм генә йыйылған халыҡ ҡыҙыҡлы уйындарҙа уйнап, яратҡан артистары менән бергә йырлап, төрлө көйҙәргә дәртле бейеп күңел асты. Кисәбеҙҙең махсус ҡунаҡтары, Республикабыҙҙың сәхнә йондоҙҙары, талантлы яҡташтарыбыҙ:
🔥Гүзәлиә Вәлиева,
🔥Айбулат Ишморатов,
🔥Нәфис Тулыбаев
һәм тағыла моңло йәш йырсыларыбыҙ 💫Нурзилә Йәғәфәрова, 💫Диниә Сафина, 💫Рузалина Әминева, 💫Ихсан Ҡаһарманов үҙҙәренең күңел түренән сыҡҡан моңдарын бүләк иттеләр.
Ҡатнашыусыларыбыҙға һәм тамашасыларыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.
Йәйҙең эҫе көндәре кеүек был кис оҙаҡ күңелдәрҙә һаҡланыр.