Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө

✅3 сентябрь – Рәсәйҙә терроризмаға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Иҫке Собханғол мәктәбенең 2 “Б” синыфы уҡыусылары менән әңгәмә үткәрелде. Балаларҙы сәләмләп Дилә Вәзих ҡыҙы был көн тураһында һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләп китте. Артабан балаларға ҡурҡыныс янау осрағында үҙеңде нисек тотоу хаҡында бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор, полиция майоры Динә Рәмил ҡыҙы Ҡотоева әңгәмә үткәрҙе. Һуңынан балалар күңелле старттарҙа ҡатнашып, күстәнәстәр алып таралышты. Сараны үткәрергә булышлыҡ иткән синыф етәксеһе Аралбаева Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙына, бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор, полиция майоры Динә Рәмил ҡыҙы Ҡотоеваға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын!