Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!”

#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #РЦНТ#МКРБ #МБУКБУРЗЯНСКИЙРДК#Международный_день_пожилых_людей
#Самауырҙар_йырлаһын_халҡым_моңо_тынмаһын!

Тәбиғәттә бар тереклек сағыу төҫтәргә мансылған хозур миҙгел – Көҙ тантана итә! Берсә сағыу ҡояш нурҙарына ҡойондорған, берсә илаҡ көндәре менән моңһоуландырған миҙгел күркәм байрамдарға бай. Шуларҙың береһе – Халыҡ-ара Ололар көнө! Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайы майҙанында #Самауырҙар_йырлаһын_халҡым_моңо_тынмаһын исемле самауыр байрамы үткәрелде! Байрам сараһын асып һәм ҡотлау һүҙҙәре менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева сығыш яһаны. Артабан боҫ сығарып ҡайнап торған самауырлы өҫтәл янында баҫып торған береһенән – береһе уңған, һылыу ҡатын -ҡыҙҙарға һүҙ бирелде, улар үҙҙәренең командалары менән таныштырҙы, таҡмаҡтар әйтеп, шиғырҙар һөйләп көс һынаштылар һәм өҫтәл йәме – иң тәмле ҡоймаҡ билдәләнде. Иң бороңғо самауырҙан(1883 йылғы, самауыр хужабикәһе “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Зөһрә Ишкинина) сәй тәмләнеләр жюри ағзалары. Ғөмүмән, бик матур, бай йөкмәткеле саранан һәр кем тәмле ҡоймаҡтан ауыҙ итеп, самауыр сәйе эсеп күңелле ял итеп ҡайтты.
Жюри бер һүҙҙән түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәрҙе тәбрикләне:
✅Самауыр тураһында таҡмаҡтар йырлап “Иң оҫта таҡмаҡсы” номинацияһында – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы командаһы;
✅ Самауыр тураһында шиғыр һөйләп – “Иң оҫта шиғыр һөйләүсе” номинацияһында – Айгөл Ғәбиҙуллина;
✅ “Иң күп самауырлы өҫтәл” – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы командаһы;
✅”Иң бай өҫтәл” – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы;
✅ Иң тәмле һәм күп ҡоймаҡлы өҫтәл – Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре;
✅”Бай тарихлы самауыр” номинацияһында- Зөһрә Ишкинина, Ләйлә Ишкинина, Вәзирә Ҡурамшина билдәләнде;
Командаларға түбәндәгесә урындар бирелде:
3️⃣-сө урын – Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле;
2️⃣-се урын – Бөрйән район үҙәк китапханасылар хеҙмәткәрҙәренен “БиблиоСамауыр” командаһы;
1️⃣-се урын – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынын “Аҡбуҙаттың ҡыҙҙары”.
Еңеүсе команда-“Аҡбуҙаттың ҡыҙҙары”на💥Йыл ғаиләһе💥 фильмына саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды!

Бөгөнгө сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер юлы насип булһын!!!