Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Уҡытыусым – күҙ нурым”

#ДЕНЬ_УЧИТЕЛЯ
#Уҡытыусылар_көнө_Бөрйән
Бөгөн Уҡытыусылар көнөн билдәләйбеҙ!
“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кеше.
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул мәктәпкә тәүге тапҡыр килгән баланы белем тауҙарына әйҙәүсе.
Бөгөн Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә бер төркөм уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, мәғәриф хеҙмәткәрҙән Бөрйән район Хакимиәте башлағы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов һәм мәғәриф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфетдинов ҡотлап маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы! Сара район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Ҡәҙерле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары! Һеҙҙең еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар, шатлыҡ – ҡыуаныстар юлдаш булһын! Һеҙгә ғаилә бәхете һәм һәр ваҡыт шулай шат, дәртле һәм һѳйкѳмлѳ булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ! Байрамығыҙ менән!