Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Урмансылар көнө билдәләнде

Бөрйән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре 24-25 сентябрь көндәре үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларына бай
#Башҡорт_дәүләт_тәбиғәт_ҡурсаулығында булды.
✅24 сентябрь✅ көнө Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙе үҙҙәренең профессиональ байрамдары 🌲Урмансылар көнө🦋 билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Илгиз улы Бейембәтов тантананы асып үҙ эшенең оҫталарына Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Депутатының рәхмәт хаттарын һәм хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бөрйән район Хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап эштәрендә уңыштар теләне һәм хеҙмәт алдынғыларына Бөрйән район Хакимиәте һәм район Советының маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар Ҡолғана ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мөхәмәт улы, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Рәис Сәғит улы, Әхмәт Хәсән улы байрам менән ҡотлап бүләк тапшырҙы. Тантананың беренсе өлөшө мәҙәниәт һарайының хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды. Байрам табынынан һуң хеҙмәткәрҙәр ат ярышында, ылаҡ уйыны, уҡтан атыу, суҡмар ташлау кеүек милли уйындарҙа көс һынашты, күңелле эстафетаға тамаша ҡылды.

✅25 сентябрь✅ Башҡортостандың ирҙәр ҡоро “Ир-егет-ил терәге” проекты сиктәрендә “Атайҙар һәм улдар” сараһында ҡатнашты. Ҡорға килгән ир-егеттәрҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Илгиз улы, Бөрйән район Советы рәйесе Илшат Ғәлимйән улы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы сәләмләне һәм был сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Республикабыҙҙын төрлө райондарынан йыйылған атайҙар үҙҙәренең улдары менән һыбайлы сәфәрҙә һәм башҡа төрлө уйындарҙа ҡатнашты.