Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Беҙҙекеләр – беренсе!

12 ноябрҙә Өфө ҡалаһында “Байыҡ” телевизион конкурсының 2020 һәм 2021 йылдарға йомғаҡлау концерты үтте! Бөрйән районының данын район мәҙәниәт һарайының “Самрау” бейеү ансамбле яҡланы һәм был юлы ла улар һынатманы! 2020 йыл конкурсында тулы ансамблдәр араһында Гран-при яулаһалар, 2021 йылда – ир-егеттәр ансамблдәре араһында 1 урынды эләктерҙеләр! Уның менән генә ҡаҙаныштар тамамланманы бөрйәнлеләр өсөн – ир-егеттәр араһында яңғыҙ бейеүселәр араһында Фәнис Үтәбаев 1 урын яуланы! Афариндар! “Самрау” бейеү ансамбленең етәкселәре Айгизә Дауытова һәм Фәнис Үтәбаевтың көнө-төнө ансамбль менән эшләүҙәренең һөҙөмтәһе ул! Киләсәктә лә һеҙгә яңынан-яңы уңыштар, тағы ла бейегерәк ҡаҙаныштар, һаулыҡ, именлек, бәхет теләйбеҙ!