Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Файҙалы минуттар

✅10 ноябрҙә Район мәҙәниәт һарайында балалар өсөн “Файҙалы минуттар” исемле юл хәүефһеҙлеге тураһында сара үтте. Юлда үҙебеҙҙең һаулыҡты һәм именлекте һаҡлау өсөн беҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Балалар төрлө уйындар уйнап, үҙҙәренең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, юл тамғаларын бик күп белеүҙәрен күрһәттеләр. Юл хәрәкәте инспекторҙары Алтыншина Ләйсән Радик ҡыҙы һәм Баязитов Ғәзиз Вара улы балаларға юлды аша үтеү, юлда йөрөү ҡағиҙәләрен һөйләп үткәндән һуң, уларға яҡтылыҡ сағылдырыусы билдәләр тараттылар. Сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!