Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Хәрби разведчиктар көнө үтте

Хөкүмәт кимәлендә – «Хәрби разведчиктар көнө» Рәсәй Президенты Владимир Путин 2006 йылдың 31 майында «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә һөнәри байрамдар һәм иҫтәлекле даталарҙы булдырыу тураһындағы» 549-сы Указына ҡул ҡуйған көндән башлап һәр йыл 5 ноябрҙә билдәләнә.
Был көндө илебеҙ территорияһында төрлө байрам саралары уҙғарыла. Унда 1812 йылғы Ватан, Ҡырым, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары батырҙарын, батша армияһы, Совет һәм Рәсәй армияларының разведка офицерҙарын, хәрби агенттарын, Афғанстанда һәм Сирияла махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларҙы иҫкә алалар.
Әлеге ваҡытта хәрби разведка Рәсәй Ҡораллы көстәре Генераль штабы структураһына инә. Разведка – ул ҡораллы көстәрҙең мәғлүмәт ала торған төп сараһы.

💢💢💢Байрам тыуған илебеҙҙең хәрби йолаларын тергеҙеү һәм үҫтереү, хәрби хеҙмәттең абруйын арттырыу, хәрби белгестәрҙең илебеҙ хәүефһеҙлеге һәм оборонаһы ҡуйған бурыстарҙы үтәү үҙәге ҡаҙаныштарын таныу маҡсатында үткәрелһә, бөгөн беҙҙә был сарала хәрби разведчиктарҙың ҡаһарманлығын мәңгәлләштереү маҡсатында район мәҙәниәт һарайы майҙанынды стела асылды. Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығының эштәр менән идара итеүсе Ғайса Әхәт улы Хәлитов, подполковник Азамат Ағзам улы Ырыҫҡолов, хәрби патриотик тәрбиә биреү бүлеге эштәре буйынса өлкән ярҙамсы, запастағы инженерҙар ғәскәрҙәре подполковниғы, яҡташыбыҙ Рәжәп Рәхмәт улы Көмөшбаев, Белорет һәм Мәләүз ҡалаларынан килгән хәрби разведка ойошмаһы председателдәре Вәлитов Денис Анатольевич һәм Йәмилов Артур Сабир улы, Бөрйән районының хәрби разведка ойошмаһы председателе Шамил Рафаэль улы Тулибаев, хәрби разведка ғәскәре ветераны Рәис Зәки улы Ишмөхәмәтов, хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәрҙәре ойошмаһы председателе Рәмил Оморҙаҡ улы Күлбаев, хәрби хәрәкәт ветерандар ойошмаһы рәйесенең урыңбаҫары Олег Марс улы Ғәлиев, һауа десант ғәскәрҙәре ойошмаһы рәйесе Илһам Мәхмүт улы Аҙанғолов, Афған һуғышында ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ ойошмаһы рәйесе урыңбаҫары Сәғит Ғизитдин улы Алтынбаев һәм башҡалар сығыш яһаны.