Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Башҡорт теле – туған телем”

📌Бөгөн – башҡорт теле көнө. 14 декабрь Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы, Башҡорт теле көнө үткәрелә. Шулай уҡ бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнө.
Ошо айҡанлы район мәҙәниәт һарайында
🌐“Башҡорт теле – туған теле”🌐 исемле уйын-кисә үтте. Уйын 3 этаптан торҙо:
📚“Башҡорт теле дәресе – беҙҙеңсә” – һорау-яуап,
📚“Аҡмулла әйтеше”,
📚“Башҡортса караоке”.
Был уйында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған 4 команда ҡатнашты: “Аҡмулла вариҫтары”, “Аҡмулла илселәре”, “Белермәндәр”, “Телһөйәрҙәр”.
Барлыҡ конкурстарҙа ла командалар үҙҙәренең тапҡырлығын, сәсәнлеген, белемдәрен күрһәттеләр. Күңелле уйын өсөн ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!
Сараны биҙәп Артур Сатвалов “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланы, Гүзәл Абдуллина Лариса Абдуллинаның “Башҡорт теле” шиғыры менән сығыш яһаны.
Уйынды, барлыҡ ҡатнашыусылар, Рәми Ғәриповтың үлемһеҙ “Туған тел” шиғырын бер тауыштан һөйләп тамамланылар.