Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Иҫкә алыу

Йылдар үткән һайын тарих биттәре иҫтәлекле ваҡиғалар менән тулылана бара.
Тыуған яҡ улдары бына дүрт быуаттан ашыу Рәсәй армияһы сафында намыҫлы хеҙмәт итә. Яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары халыҡ йырҙарында, Рәсәй тарихында мәңгеләштерелгән. Бөгөн район мәҙәниәт һарайы майҙанында Чечен республикаһында хәрби ҡораллы көстәр бәрелешендә һәләк булған яуғирҙарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған митинг үтте.
Был һуғышта районыбыҙ егеттәре ил алдында торған бурыстарын ҡыйынлыҡтарға бирешмәй тоғро үтәнеләр. Ҡайһы бер егеттәребеҙ тыуған яғына цинк табуттарҙа ҡайттылар. Йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәребеҙ рухына аят уҡыуҙан башланды был сара. Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов һәм Юлай хәҙрәт Тләүбаев әрүәхтарға бағышлап аят уҡыны. Һуңынан Бөрйән район хакимиәте башлығының социаль эштәр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, хәрби хеҙмәт ветерандар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Олег Марс улы Ғәлиев, ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Баязит Ғибәт улы Йәғәфәров һәм йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәребеҙҙең әсәләре Рәмзиә Ағзам ҡыҙы Бикбулатова, Таңһылыу Хиҙиәт ҡыҙы Нурғәлина сығыш яһаны. Иҫтәлекле көн уңайынан төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып бөгөнгө көндә тыуған илебеҙ, еребеҙ тип янып йәшәүсе егеттәргә миҙалдар тапшырылды. Иҫтәлеккә фото төшкәндән һуң Денис Ырыҫҡолов иҫтәлегенә арналған волейбол ярышында ҡатнашырға “Урал” физкультура һәм сәләмәтләндереү комплексына юлландылар митингта ҡатнашыусылар!