Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Йөрәктән йөрәккә

🌷3 декабрь район мәҙәниәт һарайында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн
❤“Йөрәктән йөрәккә”❤ исемле сара үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаларға йырлы-моңло күстәнәстәр әҙерләгәйне. Сарала ҡатнашыусы балалар ҙа үҙ һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Махсус саҡырылған ҡунаҡтар – Гөлнур Үтәғолова, Алһыу Алтынбаева шиғыр һөйләп ишеттерҙеләр. Алып барыусы Дилә Вәзих ҡыҙы үҙенсәлекле балалар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Бергәләп йәнһүрәт ҡарап, уға анализ эшләп тә өлгөрҙөләр. Дуҫлыҡ билдәһе итеп йөрәк һүрәте эсенә ҡулдар ҙа йәбештереп сыҡтылар. Байрам аҙағында, балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән эштәренә Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы йомғаҡ яһап, дипломдар тапшырып үтте. Сара дөйөм флешмоб һәм фотоға төшөү менән тамамланды.