Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Шыршы уттары ҡабынды!

Бөгөн район мәҙәниәт һарайы алдында Шыршы тоҡандырыу байрамы үтте. Байрам мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең “Нәфис һүҙ” түңәрәгенә йөрөүсе балалар менән берлектә әҙерләгән театрлаштырылған күренеше менән башланды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәс тамаша бигерәк йәнләнеп китте. Ҡыш бабай менән бейеп, Ҡарһылыу менән уйнап, йәнлектәр менән флешмобта бейеп, ярышта ла ҡатнашып күңел асты кескәйҙәр. Әлбиттә, Ҡыш бабайҙан күстәнәс, бүләктәр ҙә эләкте һәр береһенә. Ҡыштың тәүге көнөндә Яңы йыл кәйефе таратылды. Байрам мөхите йыл аҙағынаса беҙҙе оҙатһып йөрөһөн, киләһе йыл барыбыҙға ла һаулыҡ, бәхет, уңыштар алып килһен!