Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Һауаларға уҡ сойорғоттом…”

🎯🎯🎯“Һауаларға уҡ сойорғоттом…” МАСТЕР – КЛАСС 🎯🎯🎯

Уҡ атыу йәштәрҙең сослоғон, етеҙлеген, ныҡышмалылығын һынаусы, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләүсе, ғөмүмән, рухи һәм физик тәрбиә биреүсе сараларҙың береһе булып тора.
Кисә, йәғни 3 февраль, район мәҙәниәт һарайы майҙанында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса 10 “А” классы өсөн оҫталыҡ дәресе уҙҙы.

Һуңғы йылдарҙа төрлө төбәктәрҙә уҡсылар һаны арта. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә был спорт төрөн үҙ итә. Әлбиттә, бындай сараларҙың тәү маҡсаты – этно-спорт төрөн популярлаштырып, үҫеп килгән быуында фольклорға һәм тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Оҫталыҡ дәресен балаларға бик күп район, республика, рәсәй конкурстарында еңеү яулаусы йәш ғаилә Әлиә һәм Илдар Ишморатовтар ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрҙе. Уҡыусыларға үҙеңде һәм кәүҙәне нисек тоторға, ҡулдың тотошон һ.б. уҡтан атыу нескәлектәрен өйрәттеләр. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды һәм һәр кем уҡтан атып ҡараны!
Сара “Пушкин картаһы” на ярашлы үткәрелде.

Был саранан һәммәһе лә ыңғай хис-тойғо, сәм-дәрт, яҡшы кәйеф менән таралышты. Илдар һәм Әлиә Ишморатовтарға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар һәм киләсәктә лә оло еңеүҙәр яулауҙарын теләп ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ!