Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Гөрләне быйма байрамы!

18 февраль район мәҙәниәт һарайы алдында бар теләүселәр “Быйма байрамы”на йыйылды. Бөтәһен дә әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып дәртле көй яңғырай. Алдан уҡ әҙерләнеп килгән командалар мәж килеп уйынға әҙерләнәләр. Бына ярышты алып барыусылар тантаналы рәүештә асып та ебәрҙеләр. Бер-бер артлы командалар сәхнәгә күтәрелеп үҙҙәре менән таныштыра ла башланы. Был юлы 4 команда көс һынашты: Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар Советынан “Ағиҙел һылыуҙары” командаһы, Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбенең “Ҡыҙҙар-йондоҙҙар” командаһы, Баҙал мәктәбе-балалар баҡсаһының “Фин санта клаустары” командаһы һәм Кейекбай ауылы ағинәйҙәренең “Бирешмә” командаһы. Танышып сыҡҡас, “Быймала оҫта бейеүсе” номинацияһына конкурс башланды. Унда командалар үҙ фантазияларын ҡулланып төрлө бейеүҙәргә оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Унан тыш төрлө уйындарҙа ла ҡатнашып мәрәйҙәр йыйып ярышты улар.

Баһалама ағзалары бер ҡарарға килгәнсе, байрамда ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде.

Шулай итеп, тулҡынландырғыс йомғаҡлау минуттары ла килеп етте. Иң беренсе уйын шарттары буйынса ҡаралған номинациялар буйынса

“Иң күп төҫлө төймәле быйма” – Таңсулпан Ғәбиҙуллина,

“Иң матур биҙәлгән быйма” – Ғәбиҙә Туҡбаева,

“Иң ҡалын табанлы быйма”  – Гәүһәр Асылбаева,

“Иң боронғо тәңкәле быйма” – Сания Исламова,

“Иң ҙур быйма” – “Ағиҙел һылыуҙары” командаһы,

“Иң бәләкәй быйма” – Зөлфиә Иҫәнаманова,

“Быймала иң етеҙ бейеүсе” – Лилиә Хисмәтуллина билдәләнделәр.

3 урын һәм “Иң актив команда” номинацияһын Кейекбай ауылының “Бирешмә” командаһы,

2 урынды һәм “Иң сос команда” номинацияһын Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар Советының “Ағиҙел һылыуҙары” командаһы,

1 урын һәм “Иң оригиналь кейемле команда” номинацияһында Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбенең “Ҡыҙҙар-йондоҙҙар” командаһы яуланылар.

Ә лайыҡла рәүештә Гран-прины һәм “Иң татыу команда”  номинацияһын Баҙал башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы коллективының “Фин санта клаустары” командаһы алды! Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Үтәсәк һәр байрамыбыҙҙы биҙәп, дәртләнеп ҡатнашып тороуығыҙҙы теләйбеҙ!