Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Йәш һандуғас – 2022” конкурсы үтте

Район мәҙәниәт һарайының “Бәйләнештә” төркөмөндә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Йәш һандуғас – 2022” онлайн йыр конкурсы үтте.  Был конкурс күптән инде матур йолаға әүерелеп, йыл да йырға маһир кескәйҙәрҙе үҙенә йыя. Быйыл иһә конкурс онлайн форматта ғына үтте. Жюри ағзалары конкурстың шарттары буйынса ҡатнашыусыларҙы бер нисә номинацияла баһаланылар.

Яңғыҙ башҡарыусы (ҡыҙҙар) араһында:

1 урын – Ниязғолова Алианна (“Аҡбуҙат” б.б.),

2 урын – Хәсәнова Аделина Радмир ҡыҙы (“Ҡайынтүш” б.б.),

Йәғәфәрова Эльвира (“Аҡбуҙат” б.б.),

3 урын – Хәсәнова Аделина Ринат ҡыҙы (“Ҡайынтүш” б.б.),

Манапова Асия (“Аҡбуҙат” б.б.),

Фәтҡуллина Альбина (“Аҡбуҙат” б.б.),

Аҡбулатова Азалия (“Баҙал” б.б.).

Яңғыҙ башҡарыусы (малайҙар) араһында:

1 урын – Исҡужин Рушан (“Аҡбуҙат” б.б.),

2 урын – Ибраһимов Сармат (“Баҙал” б.б.),

3 урын – Буранов Нурлан (“Аҡбуҙат” б.б.),

Ишморатов Инсаф (“Аҡбуҙат” б.б.).

Трио һәм квартеттар араһында:

1 урын – Трио (“Ҡайнтүш” б.б., ет.Ләйсән Мөхәмәтдинова),

2 урын – “Аҡбуҙат” б.б. (ет.Юлиә Ҡасҡынбаева).

Ансамблдәр араһында:

1 урын – “Ҡояшҡай” төркөмө (“Аҡбуҙат” б.б. ет.Динә Бадамшина),

2 урын – “Ағиҙел” б.б. (ет.Эльмира Муллағолова),

3 урын – “Баҙал” б.б. (ет.Лилиә Юлсурина).

Бәйгелә ҡатнашҡан барлыҡ кескәйҙәргә, уларҙы әҙерләгән етәкселәренә, ата-әсәйҙәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Дипломдарҙы һәм бүләктәрҙе эш көндәрендә Район мәҙәниәт һарайының 106 кабинетынан инеп алырға. Белешмә өсөн телефон – 3-62-51, 3-52-45.