Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

✅3 февраль ✅көнө мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сираттағы семинар-практикумы булып үтте. Семинарҙа 💢Рәсәй Федерацияһында Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы💢 һәм 💢Башҡортостан Республиканда һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы💢на йөкләмәләр бирелде. Шулай уҡ документациялар, пландар, отчеттар буйынса бик күп аныҡлыҡтар индерелде, ваҡытында эште дөрөҫ ойошторорға, тәртип, ихтибарлылыҡ тураһында сығыштар булды. Семинар ваҡытында өҫтә һанап кителгән исемле йылдарға арналған викторина ойошторолдо. Кәңәшмә аҙағында 2021 йылда үҙ эштәрен ваҡытында интернет селтәрҙәрендә тултырылып, яҡтыртылып барған ауыл мәҙәниәт йортарына дипломдар тапшырылды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арымай-талмай эшләүҙәрен, яңынан-яңы уңыштар, һөнәри үҫеш, ижади үрҙәр теләйбеҙ!