Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Бөрйән-ижади майҙан”

Бөрйәндә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Бөрйән. Ижади майҙан» исемле оло ҡор үтте. Йыйында ҡоролтай вәкилдәре, күрше райондарҙан килгән ҡунаҡтар, ижади коллектив етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ  сарала 9 майҙансыҡ эшләне. Һәр майҙансыҡтың үҙ йүнәлеше һәм спикерҙары булды:
Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе, Әлибаев Зәки Арыҫлан улы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, “Аҡ тирмә” милли – мәҙәни үҙәге рәйесе,Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, «Аҡбуҙат» балалар әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн Башкортостандың атҡаҙанған артисы Алмаз Әмиров театр буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. “Ижади майҙан”да ҡатнашыусыларға Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары “Ауыл уҡытыусыһы” спектаклен ҡуйҙылар.
Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙе онотмайыҡ!