Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
1 март- Башҡорт ғаиләһе көнө! Һәр ғаиләлә сабый тауышы тыңмаһын, ел дауылдар урап үтһен, татыулыҡ та һәм именлектә йәшәргә насип итһен!
Башҡорт ғаиләһе – ил нигеҙе,
Башҡорт ғаиләһе – ил йәне.
Милләтемдең ул бит нигеҙ ташы
Йә тағаны тотор донъяны.
Түлле, телле булһын һәр ғаилә
Хөкөм һөрһөн унда мөхәббәт!
Ғаиләләр имен-һау булғанда
Милләт бөтмәҫ – балҡыр мең ҡабат!
Кесе дәүләт булған ғаиләләр –
Киләсәккә беҙҙең бер күпер.
Ғаиләһен ҡәлғә итә алғандар
Ил үҫтерер, халҡын ҙур итер!
(Айһылыу Ғәрифуллина)